Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Февраля 2019, 14:35

БӘХЕТЛЕ ҒАИЛӘ

Беҙ, Ғафаровтар, Федоровка районы Өсбүләк ауылындағы ҙур нәҫелдәрҙең береһе һаналабыҙ.

Беҙ, Ғафаровтар, Федоровка районы Өсбүләк ауылындағы ҙур нәҫелдәрҙең береһе һаналабыҙ. Өс тармаҡлы Ғафар бабайҙың тамыры хәҙерге көндә донъя буйлап таралған. Беҙҙең апайыбыҙ Миңзада Заһиҙулла ҡыҙы Ғафарова - уларҙың береһе. Һуғышҡа тиклем тыуған бала, тормоштоң бөтөн ауырлыҡтарын кисереп, ил төҙөлөшөндә ҡатнашып, үҙ ғаиләһен ҡорған шәхес ул. Еҙнәбеҙ Рәис Бәҙретдин улы Ҡаранаев менән әле йәш егет һәм ҡыҙ саҡтарында Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлөшөндә танышып, яңы тормош башлағандар. Улар үҙ тыуған ерҙәрендә хеҙмәт итеп, балалар тәрбиәләп үҫтерҙе. Еҙнәбеҙ - арҙаҡлы механизатор, совхоз бригадиры, апайыбыҙ алдынғы һауынсы булып эшләп лайыҡлы ялға сыҡтылар. Хәҙерге көндә Айсыуаҡ ауылында бәхетле, йәштәргә өлгөлө ғаилә булып йәшәйҙәр.
Читайте нас: