10 февралдә беҙҙең абыйыбыҙ Рәис Абдрахман улы Хөснөтдиновҡа 80 йәш тула. Ул 1939 йылда Абдул ауылында тыуа. Бала сағы һуғыш һәм һуғыштан һуңғы ауыр саҡтарға тура килә. «Тамаҡ туймаған саҡтар ҙа күп булды, яҙ еткәс, туң бәрәңгене йыйып, әней шунан ҡоймаҡ бешерһә, бик тәмле булып күренә ине. Әл дә һыйыр булды, ҡаймағын күрмәһәк тә, ҡатығы бик тә ярҙам итте», - тип иҫкә ала абыйыбыҙ. Әтей һуғышҡа киткәс, әниебеҙ Рәхимә биш бала менән тороп ҡала.
Фашист ғәскәрен еңгәс, әтей тура япон милитаристарына ҡаршы һуғышҡа ебәрелә. Унан 1945 йылдың аҙағында ғына әйләнеп ҡайта.
Мәктәпкә уҡырға кергәс, абыйыбыҙ тырыш уҡыусылар иҫәбендә була: һәр бер эште еренә еткереп эшләүе талапсан әтиенән һәм бик тә тыйнаҡ, уңған әниенән ҡалғандыр. Мәктәпте уңышлы тамамлағас, Күмертау ҡалаһында профтехучилищела һөнәр алып, тимер юл эшсеһе булып хеҙмәт юлын башлай. Һуңыраҡ Салауат ҡалаһына килеп механизация һәм ремонт эштәре идараһына (УМР-5) эшкә керә. Шул уҡ ваҡытта техникумда киске бүлектә белем ала. Артабан нефть институтының төҙөлөш факультетының киске бүлегендә уҡып диплом ала. Шулай итеп, ябай бригадир вазифаһында эшләй башлап УМР-5 начальнигы дәрәжәһенәсә күтәрелә һәм пенсияға киткәнсе ошо идараны етәкләй. Уларҙың идараһы Салауат ҡалаһында барған һәр бер төҙөлөштә - нефтехим комбинатын, быяла эшләү заводын һалыуҙа ҡатнаша, күрше ҡалаларҙа барған төҙөлөштәрҙә лә уларҙың ҙур өлөштәре бар. Рәис абый етәкләгән ваҡытта, республика буйынса бик күп төҙөлөш һәм юлдар һалыу эштәре алып барылды. Башҡортостанда беҙҙең аяҡ баҫмаған мөйөш ҡалмағандыр, тип һөйләй ул. Үҙебеҙҙең Абдул һәм күрше ауылдарҙа уларҙың идараһы көсө менән халыҡҡа бик кәрәк булған күперҙәр һәм юлдар төҙөлдө. Юл һалғансы 20 километр араны күбеһенсә халыҡҡа йәйәү йөрөргә тура килә ине. Хәҙер, ниндәй һауа торошо булыуға ҡарамаҫтан, көнөнә өс тапҡыр ҡалаға «Газель» йөрөй. Ауылыбыҙ халҡы Рәис Абдрахман улына бик тә рәхмәтле.
Әрмәнстан республикаһында ер тетрәгәс, хөкүмәтебеҙ уларҙың идараһын ярҙамға ебәрә. Унда бик ауыр шарттарҙа эшләргә тура килә. Өр-яңынан төҙөү һәм ремонт эштәрен ойоштороп, бер нисә йыл начальник вазифаһын үтәп эшләп ҡайта. Әрмәнстан республикаһы хөкүмәте исеменән дәрәжәле орденға лайыҡ була. Уның Башҡортостан хөкүмәте исеменән алған наградалары күп. Шулар араһында «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булыуын, «Почет билдәһе» ордены кавалеры булыуын әйтеү ҙә күпте һөйләй. Шулай уҡ ул районыбыҙҙың «Почетлы гражданины» исемен ҙур ғорурлыҡ менән йөрөтә.
Әлеге көндә Рәис абый үҙенең тормош иптәше һәм ныҡлы терәге Лена еңгәй менән Салауат ҡалаһында йәшәй. Ҡыҙҙары Гөлнара Өфөлә һәйбәт урында эшләп йөрөй. Уның ике ҡыҙы кейәүҙә, үҙҙәренең ғаиләһен ҡороп матур итеп йәшәйҙәр.
Абыйыбыҙ бик туған йәнле, һәр кемгә иғтибарлы, ярҙамсыл. Тормошто ярата. Абыйға һәм уның ғаиләһенә ысын күңелдән иҫәнлек, йәшәү дәртен юғалтмайынса, оҙон һәм тыныс ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.