Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
15 Февраля 2019, 12:31

Ер кешеһе

Мораптал ауыл биләмәһенең бәләкәй генә Ҡыҙыл Маяҡ ауылында Ғәни менән Зифа Миңлебаевтарҙың татыу ғаиләһендә, ете малай араһында дүртенсе бала булып Камил кейәүебеҙ донъяға килә.

Мораптал ауыл биләмәһенең бәләкәй генә Ҡыҙыл Маяҡ ауылында Ғәни менән Зифа Миңлебаевтарҙың татыу ғаиләһендә, ете малай араһында дүртенсе бала булып Камил кейәүебеҙ донъяға килә.

Ете малай булһалар ҙа, улар бик ярҙамсыл, сәмсел, эшкә шәп егеттәр булып үҫә. Ғаиләләрендә ҡыҙҙар булмағас, уларға ҡатын-ҡыҙ эштәрен дә башҡарырға тура килә: ашағас һауыт-һаба, иҙән-һике йыуыу улар өсөн бер ни тормай.

Ҡыҙыл Маяҡ ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағас, Камил Мораптал мәктәбенә йөрөп уҡып, интернатта йәшәп белем ала. Механизатор таныҡлығы алғас, Киров исемендәге колхоздың беренсе бригадаһында тракторсы булып эш башлай. 1977 йылдан башлап йәйге эҫе, ҡышҡы һыуыҡ тип тормай хужалыҡтың барлыҡ эштәрендә әүҙем ҡатнаша: сәсеү, иген игеү, кукуруз, сөгөлдөр үҫтереү, уларҙы йыйыу, бесән-һалам ташыу һәм башҡа эштәр механизатор өҫтөндә. Ауыл ере булғас, уға төрлө ерҙә эшләргә лә тура килә. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ул һынатмай, һәр эште еренә еткереп башҡара. Бөгөнгө көндә кейәүебеҙ иген ырҙынында моторист булып эшләй. Эш дәүерендә ул һәр ваҡыт Маҡтау грамоталары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән бүләкләнде.

Камил йәшләй генә күҙе төшөп йөрөгән Иҫке Мораптал һылыуы Зөлмирә тигән һылыуыбыҙға өйләнде. Ул уның ҡулын һорап килгәс, әсәйебеҙ һәм беҙ туғандары аптырап киттек, бик йәшһегеҙ бит әле, тип. Тик йәшләй ҡабынған мөхәббәт үҙенекен итте. Бына хәҙер инде улар 41 йыл бик татыу ғүмер кисерәләр.

Камил эшкә киткәндә кәләше уны үбеп оҙатып ҡала һәм йылы аш, яҡты йөҙ менән ҡаршы ала. Ул үҙе лә тыныс, итәғәтле, һәр кешегә иғтибарлы кеше, ғаиләһе, туғандыры өсөн өҙөлөп тора.

Мөхәббәт емештәре: бер ҡыҙ һәм бер ул үҫтерҙеләр, хәҙер дүрт ейәндәре һөйөндөрә. Улдары Руслан атаһы кеүек ер кешеһе, Киров ауыл хужалығында тракторсы булып эшләп йөрөй һәм һәр ваҡыт маҡтауға лайыҡ, ҡыҙҙары Роза Мәскәүҙә эшләй. Ейәндәре лә үҙҙәре кеүек етеҙҙәр. Радмир Күмертау авиация колледжында 3-сө курста, Руфина Күмертауҙың Республика политехник лицей-интернатында 9-сы класта, Роксана менән Артур Мораптал урта мәктәбендә уҡыйҙар. Улар йырға-бейеүгә оҫта, Артур олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнашып, алдынғы урындар алып тора.

Ошо көндәрҙә Камил кейәүебеҙгә 60 йәш, тракторсы булып эшләүенә 42 йыл, ғаилә ҡороуҙарына 41 йыл тулды. Беҙ уны, ошо байрамдар айҡанлы, ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡалған ғүмерҙәрен һылыуыбыҙ менән үҫтергән балаларының изгелеген күреп, лайыҡлы пенсия алып, бәхеттә-шатлыҡта парлы ғүмер итеүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: