65 йыл элек февраль айында ла ошондай буран булғандыр, матур итеп йомшаҡ ҡар яуғандыр. Шул саҡта Яҡшымбәт ауылындағы Әхмәтлатиф менән Әсмә Бикмаевтар ғаиләһендә шатлыҡ һәм бәхет өҫтәп: “Мин тыуҙым”, - тип бер малай донъяға ауаз һалғандыр.
Ул малай - беҙҙең класташыбыҙ Ринат. Бөтә донъя бөгөн уға баҡҡан: дуҫтары, туғандары, улдары, ейәнсәре, класташтары уны оло юбилейы менән ҡотлай. Уға оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләй.
Һәр кемдең ғүмерендә булған кеүек бәхетле бала саҡ, онотолмаҫ мәктәп йылдары уға ла хас. Мәктәпте тамамлағас, Германияла әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтып, Аксенова ауыл хужалығы техникумын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Аҙаҡ Күмертау комсомол комитетында инструктор һәм партия ҡушыуы буйынса “Таймаҫ” совхозында парторг, “Золотой Колос” колхозында рәйес һәм башҡа күп ерҙә лә үҙ эшен яратып башҡара ул. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, эшкә яуаплы ҡарашы менән яҡшы һөҙөмтәләргә генә өлгәште.
Ваҡытында мөхәббәтен осратып, матур донъя ҡорҙолар. Мөхәббәт емештәре булып ике улдары тыуҙы. Ошо көндәрҙә ул олатай ҙа.
Ринат туғандарына, ауылдаштарына, класташтарына һәр ваҡытта ла иғтибарлы, ихтирамлы. Уларҙың шатлыҡтарына ҡыуанып, ҡайғыларын уртаҡлашып йәшәй ул. Кемгә ҡайҙалыр тиҙ генә ярҙам ҡулы һуҙырға, кемделер барып алырға ла оло йөрәкле класташыбыҙ килә. Кемгәлер тормошонда ауырлыҡ килһә, класташыбыҙ ярҙамға ашыға. Яҡшы һүҙе менән, башҡарған эше менән дә булған ауырлыҡтарҙы еңеп сыға.
Класташыбыҙ Ринат әлеге көндә Роза менән матур донъя көтә. Баҡсаһында үҫкән емеш-еләктән, алма, грушанан һәр беребеҙгә лә ауыҙ иттерә. Уңған хужаның умарталары ла күп. Уның дингә баҫыуы ла ҡыуаныслы хәл. Беҙ уға уңыштар теләйбеҙ.
Ҡәҙерле класташыбыҙ Ринат Әхмәтлатиф улын юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Уның һәр саҡ та ошолай “беҙҙең Ринат” булып ҡалыуын теләйбеҙ.