Был хатта төп һүҙебеҙ һаулыҡ һағында арымай-талмай хеҙмәт итеүсе Таймаҫ ауылы фельдшеры Фирүзә Закир ҡыҙы Юлаева хаҡында. Ул 1988 йылда беҙҙең ауылға Белорет районының Зөйәк ауылынан килен булып төшкәйне. Шунан бирле, йәғни өс тиҫтә йылдан ашыу инде үҙенең биргән Гиппократ антына тоғро ҡалып ауылыбыҙ халҡын дауалай.
Ауылда күберәген оло йәштәгеләр йәшәй. Шулай булһа ла, беҙҙең Фирүзәбеҙ ҡар-буран тимәй, көн-төн тимәй, ямғыр тимәй, эҫе көнгә ҡарамай, һәр ваҡыт ярҙам итергә ашыға. Ул бер минут та тик тормай. Һәр бер кешегә ярҙам итергә өлгөрә. Уның янына, фельдшер-акушер пунктына барып керһәң, бөтә ауырыуҙарың тарала. Фирүзә Закир ҡыҙының йылмайып ҡарауынан һәм уның менән әңгәмәләшкәндән һуң йән тыныслығы алып, барлыҡ мәшәҡәттәреңде онотоп ҡайтып китәһең. Укол-дарыуҙар менән генә түгел, ә үҙенең яғымлы ҡарашы һәм йылы һүҙҙәре менән дә дауалай ул.
Фирүзә Закир ҡыҙы ауыл тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!», «Шәжәрә байрамы» йәки берәй оло шәхескә арналған тантаналы байрам булһынмы, ул барыһына ла өлгөрә. Тағы ла фельдшерыбыҙ бер нисә йыл рәттән Таймаҫ ауыл советы депутаты вазифаһын да уңышлы башҡара.
Ә ғаиләһенә килгәндә, Фирүзә Закир ҡыҙы һөйөклө ҡатын, яратҡан әсәй, ҡәҙерле өләсәй ҙә ул.
Нәҡ беҙҙең Таймаҫ ауылында шундай уңған фельдшер эшләүенә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, уға рәхмәтлебеҙ.