Все новости

Әсәйебеҙ рәхмәтле

Йәмле яҙҙың тәүге айының беренсе көнөндә донъяға килгән, Түбәнге Бабалар ауылында йәшәүсе әсәйебеҙ — Зәйтүнә Саҙиҡ ҡыҙы Искәндәрова (Мөҡминшина) 95 йәшлек юбилейын билдәләне. Уны оло байрамы менән Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатов һәм эштәр идарасыһы Гөлшат Ахунйән ҡыҙы Бикмаева йортҡа килеп ҡотланылар.

Минең әсәйем үҙ заманының барлыҡ ауырлыҡтарын күреп үҫкән. Бөйөк Ватан һуғышы башланып киткәс, 1941-1945 йылдарҙа 17 йәшлек кенә ҡыҙ колхозда тракторсы булып эшләй. Дәһшәтле һуғыш ваҡытында күрһәткән маҡтаулы хеҙмәте өсөн 1946 йылдың 16 ғинуарында миҙал менән бүләкләнә.

Урта Бабалар ауылында йәшәүсе, һуғыштан яраланып ҡайтҡан Ғарифулла Мөхәмәтҡужа улы Искәндәров менән 1950 йылда өйләнешәләр һәм беҙгә, 5 балаға, ғүмер бүләк итәләр. Әсәйем һуғыштан һуң ике тапҡыр һал ағыҙыу эшендә йөрөп ҡайта, ағас әҙерләүҙә лә ҡатнаша. Ниндәй эшкә ҡушалар, шуны башҡара ул. Бик күп башҡа төрлө эштәрҙә эшләй һәм хеҙмәт ветераны булып хаҡлы ялға сыға. Әлеге көндә әсәйебеҙ тыуған ауылында оло улы Һибәтулла һәм ейәнсәре менән бергә донъя көтә. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул бер ҙә генә тик ултырмай, балаларына ҡулынан килгәнсе ярҙам итергә тырыша, тәмле итеп ашарға бешереп ҡуя. Беҙ ҙә буш ваҡыттарыбыҙҙа янына барып, төрлө эштәрен эшләп китергә тырышабыҙ. Ҡолағы менән күҙҙәре әҙерәк насарайһа ла, хәтере яҡшы уның, беҙ хәтерләмәгәндәрҙе иҫләй. Бөгөнгө көндә 5 ейәнсәренә, 4 ейәненә, 5 бүләсәренә бәхетле өләсәй ул.

Ошо матур юбилейы менән хөрмәтләгәндәре өсөн силсәүит башлығы Юнир Ирек улына һәм эштәр идарасыһы Гөлшат Ахунйән ҡыҙына рәхмәтле булып, уларға һәм шулай уҡ барлыҡ яҡындарына иң изге теләктәрен теләп, иҫәнлек-һаулыҡ теләп кенә ултыра әсәйебеҙ.
Читайте нас: