Все новости

Класташтарыма асыҡ хат

Яҡшымбәт ауылында 65 йыл элек 14 малай һәм 10 ҡыҙ, атай-әсәйҙәребеҙҙе ҡыуандырып, яҡты донъяға оран һалғанбыҙ.

Ҡәҙерле класташтар!

Яҡшымбәт ауылында 65 йыл элек 14 малай һәм 10 ҡыҙ, атай-әсәйҙәребеҙҙе ҡыуандырып, яҡты донъяға оран һалғанбыҙ. Әсәйҙәребеҙ беҙҙе: «Субханалла-иншалла», - тип ҡулдарына алғанда биттәребеҙҙе, баштарыбыҙҙы һыйпап беҙгә һау-сәләмәт һәм оҙон ғүмерле булыуыбыҙҙы теләгәндә, фәрештәләр ҡанаттарын ҡағып: «Амин», - тип торғандарҙыр, һәм уларҙың теләктәре ҡабул булған, тип әйтә алабыҙ ҙа. Сөнки хәҙерге көндә шул балаларҙың 23-ө иҫән-һау, сәләмәт, тик берәүһе, Рауилыбыҙ ғына, фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күскән, йәне йәннәттә булһын.

13 малай һәм 10 ҡыҙ хәҙер инде өләсәй-олатайҙар булып, 65 йәштәребеҙҙе тултырып, гөрләтеп йәшәп ятабыҙ.

Хәлимәбеҙ генә Ҡаҙағстанда ғүмер итә, Мәрйәм, Мәүлиҙә, Ғәйнан, Мәзит, Рәйлә, Хәлимә, Нурулла, Илдус юғары уҡыу йорттарын бөтөрөп,ҡалғандарыбыҙ техникум, училищелар тамамлап, үҙебеҙгә кәрәкле һөнәрҙәр һайлап, Мәзитебеҙ Өфөлә, Мәүлиҙәбеҙ Салауатта, ҡалғандарыбыҙ Көйөргәҙе районында кәрәкле кешеләр булып йәшәнек һәм йәшәйбеҙ, хәҙер инде барыбыҙ ҙа хаҡлы ялдабыҙ.

Ғүмер үткән һайын күп нәмәләр иҫкә төшә. Тәүге тапҡыр мәктәп ишеген асып кергән саҡтар, беренсе уҡытыусыбыҙ Мәғфиә апаның ҡаршы алыуҙары. Уның беҙҙе бер ҙә әрләгәне иҫтә түгел. Һөйкөмлө генә йылмайып, әкрен генә һөйләп аңлата ине ул дәресте. Ә беҙ, үҫкәс тә кейерлек булһын тип, алған оҙон күлдәктәребеҙҙә һәм костюмдарыбыҙҙа уның һәр бер һүҙен отоп ҡалырға тырышып, күҙҙәребеҙҙе уға төбәп ултырыуҙарыбыҙ әле лә хәтеребеҙҙә.

Еңел булмаған тормош юлында үҙ урыныбыҙҙы табып, Тыуған илгә кәрәк кешеләр булып йәшәүебеҙҙә уҡытыусыларыбыҙҙың роле бик ҙур. Көслө булды беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ, ә беҙ уларҙан да көслөрәк. Шәүрә Ғәзизйән ҡыҙы, Лена Барый ҡыҙы, Хаят Кәлимулла ҡыҙы, Фәниә Рәхимйән ҡыҙы, Фәниә Фәттәх ҡыҙы, Наилә Сәғит ҡыҙы, физика уҡытыусыбыҙ Йәүҙәт абый, хеҙмәт-физкультура уҡытыусыбыҙ Әхтәм абый, биология уҡытыусыбыҙ Ниғмәт абый, рус теле һәм тарих уҡытыусыбыҙ Биктимер абый. Уларҙың барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Иҫән-һау йәшәп ятҡандарына ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхетле ҡартлыҡ насип итһен, ә мәрхүмдәренә Аллаһы Тәғәләнән ауыр тупраҡтарын еңел, ҡараңғы гүрҙәрен яҡты итеүен, ҡәберҙәрендә нурҙар уйнауын һәм аҙаҡҡы урындарының йәннәттә булыуын теләйбеҙ. Һәм һеҙҙең алдығыҙҙа баш эйәбеҙ! Тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һеҙгә. Шуныһы ҡыуаныслы: бөтә егеттәребеҙ ҙә илебеҙҙең төрлө тарафтарында әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайттылар, Тыуған ил алдында үҙ бурыстарын тоғро үтәнеләр.

Һәр бер бала тыуғанда үҙ ише менән тыуа, тиҙәр. Аллаһы Тәғәлә һәр саҡ һамаҡлап ултыра ти:

- Бер матурға - бер матур,

Бер аҡыллыға - бер аҡыллы,

Бер уңғанға - бер уңған.

Тик ҡайһы сағында буталып та китә, ти. Ә бына беҙҙең класташтарыбыҙ тыуғанда ул бер ҡасан да яңғылышмаған. Һәр беребеҙ үҙ парҙарын табып, аҡыллыға аҡыллы, уңғанға уңған йәрҙәр булып тормош башланыҡ. Мөхәббәт емештәребеҙ: улдарыбыҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡулдарыбыҙға алып ҡыуандыҡ. Ә хәҙер ейән-ейәнсәрҙәребеҙгә ҡыуанып йәшәйбеҙ.

Сәғҙәт, Йәғәфәр, Мәүлиҙә, Нурулла, Ринат, Рәйлә, Рәхилә, Мәүлиҙә, Миҙхәт, Радик үҙ йорттарын һалып, Луиза, Рәмил, Әлфиә, Ғәйнан, Мәзит, Илдус фатирҙар алып, Мәрйәм, Рәйфә, Камил, Минихан, Мөнирә, атай нигеҙен һаҡлап, матур итеп гөрләтеп йәшәп ятабыҙ.

Әллә яңғылыштан, әллә яҙмыштан Илдус, Ринат, Сәғҙәт, Ғәйнан тормош юлдарының сатында яңғыҙ тороп ҡалдылар. Өҫтәрендәге ҡайғы ҡара болот булып уларҙы йығылтты тигәндә, ҡулдарын һуҙып, тороп баҫҡас, йығылмаһындар тип, иңдәрен ҡуйған Зәйтүнәгә, Розаға, Гүзәлгә, Гөлшатҡа ҙур рәхмәтлебеҙ. Мөнирә менән Рәйфә, йәшләй генә тол ҡалып, балаларын яңғыҙҙары ғына үҫтереп, хәҙерге көндә ейән-ейәнсәрҙәрен ҡарашып йәшәйҙәр. Уларға: «Афарин!» - тип әйтәһе генә ҡала.

Бөтә йәмғиәткә хас булған «йәшел йылан» ауырыуы ла урап үтмәне ҡайһы бер класташтарыбыҙҙы, тик улар был ауырыуҙан йүнәлә алдылар. Был күренеш тағы ла беҙҙең көслө була алыуыбыҙҙы иҫбатлай.

Класташтарым тураһында шуныһын да әйтмәү мөмкин түгел: беребеҙ ҙә оҙон аҡса, ҡалын кеҫә эҙләп Себер сығып китмәнек, ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләнек. Машинаһын да алдыҡ, өйөн дә һалдыҡ, балаларҙы ла уҡыттыҡ, туйҙар үткәреп балаларҙы башлы-күҙле иттек.

2018 йылдың көҙ айҙары, 2019 йыл - беҙҙең юбилей йылыбыҙ! Беҙгә 65 йәш!

Күпме ғүмер үтелгән, тип үкенерлек түгел, шуныһы ҡыуаныслы. Ғүмер үтә, тибеҙ, ғүмер үтмәй бит ул, беҙ үтәбеҙ ғүмер юлынан. Үткән ғүмер йәшәлгән йылдар менән түгел, эшләгән эштәр, уларҙың файҙалылығы менән матур. Үкенерлек түгел, файҙалы ғына булды беҙҙең эштәребеҙ. Аллаһы Тәғәләнең алдында өс бурысыбыҙҙы ла үтәнек, тип әйтә алабыҙ бөгөн.

«Һәр беребеҙҙең йәшәргә өйҙәребеҙ, беҙҙе дауам итерлек балаларыбыҙ бар, ә 65 йыл эсендә бер генә ағас түгел, тиҫтәләгән ағас ултыртҡанбыҙҙыр», - тип маҡтана алабыҙ.

Ҡәҙерле һәм хөрмәтле класташтар! Юбилейҙарығыҙ менән һеҙҙе! Һәр берегеҙгә бәхетле ҡартлыҡ, матур тормош, ҡоростай һаулыҡ теләйем. Тыуаһы таңдарыбыҙ яҡты, тыныс булһын. Ҡояш яҡтыһын күреп, ҡоштар һайрауын ишетеп, үҙ аяғыбыҙҙа йөрөһәк ине. Үҙ ҡулдарыбыҙ менән яҡындарыбыҙҙың арҡаһынан һөйөп, наҙлы ел иҫкәнен тойоп, сәскә еҫтәрен еҫкәп, тормош матурлығына һөйөнөп йәшәргә яҙһын.


Читайте нас: