Все новости

Беҙҙең баһа

«Юшатыр» гәзитенең һәр мәҡәләһен уҡып, районыбыҙҙа ниндәй яңылыҡтар, иғландар булыуы менән танышып барам. «Юшатыр» гәзитен алдырмайым, тигән кешеләргә аптырайым. Бындай ғаиләләрҙә, ғәҙәттә, туған телгә һөйөү, рух тигән нәмә юҡ кимәлендә була. Шул саҡ Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғыры ҡылт итеп иҫкә төшә.

Аллаға шөкөр, беҙҙең ғаиләлә тел дә, рух та бар. Барлыҡ балаларым да, ейән-ейәнсәрҙәрем дә саф башҡорт телендә һөйләшә, йырлай, хатта ҡайһы берҙәре шиғырҙар ҙа яҙа. Үҙем дә туған телемде шул хәтлем ныҡ яратам. Әле яңыраҡ Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант булды. Был туралағы иғлан «Юшатыр»ҙа баҫылғас, диктантты Күмертауға барып яҙырға тип уйлағайным, тик бара алманым. Ә шулай ҙа, таяғыма таянып булһа ла, Яҡшымбәт мәктәбенә барып, диктант яҙып, сертификат алып ҡайттым. Был уҡыу йорто уҡытыусыларына, уҡыусыларына ҙур рәхмәтлемен: асыҡ йөҙ менән ҡаршы алдылар. Башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлгөнә Юнир ҡыҙы Абдуллина диктант тексын шул тиклем матур итеп уҡыны һәм беҙгә әйтеп яҙҙырҙы, мин уның класына эләгеүемә ныҡ шатмын.

Бер юлы ҡыҙым, география уҡытыусыһы Зилә Дамир ҡыҙы Түләкова етәкләгән мәктәп музейында булып, ундағы экспонаттарҙағы таныш йөҙҙәрҙе күреп, тағы ла хисләнеп ҡайттым. Рәхмәт барыһына ла!

Туған телебеҙ йәшәһен тип, «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре лә, районыбыҙ мәктәптәренең башҡорт теле уҡытыусылары ла бар көсөн һала, ваҡытын йәлләмәй эшләй. Ә беҙ, милләттәштәр, уларҙың еңелдән булмаған хеҙмәтен баһалай беләйек. Беҙҙең баһа - «Юшатыр» гәзитен алдырып, бар ғаиләбеҙ менән уҡыу, балаларыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән саф башҡорт телендә һөйләшеү.
Читайте нас: