Яҙаһы йылы һүҙҙәрем оҙаҡ йылдар Мораптал сауҙа үҙәгендә бухгалтер ҙа, һатыусы ла булып эшләгән хеҙмәт ветераны Гәүһәр Әҡсән ҡыҙы Әбйәлилова тураһында. Ул Ялсыҡай ауылында, Бибинур менән Әҡсән Мәзитовтарҙың ишле ғаиләһендә, тәүге ҡыҙ бала булып донъяға килә.
Гәүһәр, Таймаҫ урта мәктәбен тамамлағас, Ялсыҡайҙа бухгалтер ярҙамсыһы булып эш башлай. Бер йыл эшләгәс, сауҙа техникумына уҡырға инә. Уҡыуын тамамлағас, Бөгөлсән ауылында яңы эш юлын башлай. Яҡут ауылы егетен осратып, йәштәр матур итеп донъя ҡоралар. Ҙур итеп өй ҙә һалалар. Ике балаға ғүмер бирәләр. Ғаилә башлығы йәшләй генә фажиғәле рәүештә баҡыйлыҡҡа күсә. Гәүһәр апай ике баланы ла үҫтереп, һәр ҡайһыһына туй үткәреп, оло тормош юлына фатиха бирә. Оло улын да фажиғәле рәүештә юғалта, унан бер балаһы имен тороп ҡала. Икенсе улы Илһам менән Эльвира килене дүрт малайға ғүмер биреп, Гәүһәр апай уларҙы уҡытып, ҙур ейәне Илгизгә туйҙар яһарға ярҙам итешә. Ул бөгөн дә өс ейәненә күҙ-ҡолаҡ булып, уҡытып, ейәндәре менән килеп тороп йәштәр кеүек донъя көтөп ята. Ҙур ейәндәре уҡыған саҡтарында «Көйөргәҙе батыры» конкурсында бейеп, ҡурайҙа уйнап йөрөнөләр. Гәүһәр апай ҙа Яҡут ауылындағы халыҡ байрамдарында, мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, ҡартайырға бер ҙә ваҡыты юҡ.
Гәүһәр Әҡсән ҡыҙы тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ул - ғаиләнең тотҡаһы, уңған хужабикә, ҡәҙерле әсәй, хәстәрлекле өләсәй. Ошо көндәрҙә 70 йәшлек юбилейын билдәләй. Күркәм юбилейы уңайынан уға имен тормош, беҙҙе ҡыуандырып оҙон-оҙаҡ йәшәүен теләйбеҙ.