Все новости

Мәрхәмәтле ярҙам

Донъя булғас, кесе донъяға нимә кәрәкһә, оло кешеләргә лә эш күп, өлгөр генә.

Ҡәҙерле улым Азат Ҡолгилдиевтың яҡты донъянан китеүенә 5 ай тулды. Донъя булғас, кесе донъяға нимә кәрәкһә, оло кешеләргә лә эш күп, өлгөр генә. Был йортта 45 йыл ғүмер кисерҙем. Мине күптән инде электр сымдары борсой. Ел-дауыл булһа, бигерәк тә ҡурҡыныс. Улымдың бергә эшләгән иптәштәренә үҙемдең ошо борсолоуымды һөйләнем. Улар бер һүҙһеҙ килеп, бөтөн донъяны ҡарап сыҡтылар. Эш күп булды. Өй, мунса, һарай, келәт һәм башҡаларға өр-яңы сым һуҙҙылар. Шулай уҡ вилка, патрон, розеткаларҙы яңыға алыштырҙылар. Шамил Миңлебаев, Салауат Мостафин, Ринат Әбдрәшитов ҙур эш башҡарҙылар. Ошо балаларға үҙемдең иң изге, матур, яҡты теләктәремде еткерәм. Улар алдында башымды эйәм. Ҙур рәхмәт һеҙгә, миһырбанлы, итәғәтле ярҙамсыларым. Оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерегеҙ, ауырыуҙар күрмәгеҙ! Һеҙгә ғаилә тыныслығы, ғаилә бәхете теләйем. Тормошоғоҙҙа именлек һәр ваҡыт юлдаш булһын! Балаларығыҙҙың изгелеген күреп йәшәргә хоҙайым насип итһен! Рәхмәт һеҙгә!
Маһиҙа ҠОЛГИЛДИЕВА,
Мораптал ауылы
Читайте нас: