Үткән дүшәмбе көнө беҙ, Аҡһары ауылының “Хазина” төркөмө ҡыҙҙары Башҡорт юлдаш телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуында ҡатнашып ҡайттыҡ. Унда “Йөрөгән аяҡҡа йүрмә эләгә” тигән мәҡәлгә таянып башҡорт халыҡ ашы йүрмәне әҙерләп күрһәттек.
Беҙгә “Бәхетнамә”лә ҡатнашыуҙы, баш ҡалабыҙ Өфөгә барыуҙы ойошторғандары өсөн Мораптал ауыл советы хакимиәте башлығы Аскар Кинжалеевҡа, эштәр идарасыһы Рәғиҙә Нафиҡоваға, водителдәре Илдар Шәмсетдиновҡа, район хакимиәтенә һәм уларҙың водителе Михаил Ионовҡа, районыбыҙҙың ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе Тамара Малбаеваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең ярҙам менән беҙ тапшырыуҙа матур итеп ҡатнашып, иҫән-һау йөрөп ҡайттыҡ.