Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
28 Февраля 2021, 17:00

Атайлы бала арҡалы

Атай!Бəхетле бала сағыбыҙ, яҡты килəсəгебеҙ, үҙебеҙҙе яҡланған, арҡалы, ҡурсаулы икəнебеҙҙе тойоп үҫтек һəм бөгөн дə был хистəр беҙҙе ташламай.

Атай!
Бəхетле бала сағыбыҙ, яҡты килəсəгебеҙ, үҙебеҙҙе яҡланған, арҡалы, ҡурсаулы икəнебеҙҙе тойоп үҫтек һəм бөгөн дə был хистəр беҙҙе ташламай.
Хеҙмəт һөйгəн ир-ат йəмғиəттə лə, ғаилəлə лə хөрмəт ҡаҙана. Беҙҙең атайыбыҙ ҙа бала саҡтан эшһөйəр, аҡыллы, ярҙамсыл булып үҫə. Был һүҙҙəр Урта Бабабалар ауылында тыуып үҫеп, əлеге көндə лə шунда ғүмер итеүсе атайыбыҙ Əхмəтов Илһам Айрат улы хаҡында.
Ошо көндəрҙə атайыбыҙҙың тыуған көнө – 55 йəш. Уның үткəн тормошо ике бишле билдəһенə лайыҡлы. Килəсəктə ҡəҙерлебеҙгə ғүмерҙең оҙонон, сəлəмəтлектең ныҡлыһын, тормоштоң йəмлеһен, бəхеттең ташып торғанын телəйбеҙ. Атай, əсəйебеҙ менəн ҡулғаҡул тотоношоп, ғүмер һуҡмағынан бергəлəп артылығыҙ, ҡыҙҙарығыҙҙың ҡаҙаныштарына һөйөнөп, миллəтебеҙҙең ғорурлығы булып йəшəгеҙ ҙə йəшəгеҙ əйҙə!
Фəнзилə ƏХМƏТОВА, БДМУ студенты.
Тулы материал 17-се һанда сыҡты.
Читайте нас: