Быйыл ғына был өлкəлə хеҙмəт юлын башлаусы уҡыусылары Резеда Килмəтова менəн Рената Вəлидова уңышлы эшлəп йөрөйҙəр. Алиса Ришат ҡыҙы уҡытып сығарған уҡыусылары: Андрей Рыжков, Юлиə Комарицкая, Илдус һəм Лəйсəн Йəрмөхəмəтовтар, Эльвина һəм Радик Араптановтар, Рената һəм Динə Вəлидовалар, Алмаз Абдуллин һəм башҡалар, барыһы ла, яратҡан уҡытыусыларына һөйөү, ҡəҙер һəм ҙур хөрмəт менəн ҡарай, иғтибарҙарынан айырмай, рəхмəт һүҙҙəрен еткереп, яҡынлашып килгəн Халыҡ-ара ҡатын ҡыҙҙар көнө менəн ысын күңелдəн ҡотлайҙар.