Һоҡланырлыҡ та, өлгө лə алырлыҡ

Яратып уҡыған "Юшатыр" гəзитемə Кинйəабыҙ ауылында йəшəүсе бик матур, тырыш, өлгөлө тормош көткəн Таһир менəн Лилиə Килмəтовтар ғаилəһе тураһында яҙып үтергə булдым.

Улар икеһе лə Тимербай ауылында тыуып үҫтелəр. 1986 йылда өйлəнешеп, матур тормош ҡороп ебəрҙелəр һəм бер йылдан улар эш буйынса Кинйəабыҙға күсеп килделəр. Таһир механизатор булып, ə Лилиə төрлө эштə эшлəне. Эштə улар бер ҙə һынатманылар һəм алдынғылыҡты берəүгə лə бирмəнелəр. 42 йыл механизатор булып эшлəгəн ғаилə башлығы колхозда ғына түгел, ə район күлəмендə лə алдынғылар рəтендə булды.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ Кинйəабыҙ ауылы.
Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.
Читайте нас