Барыһы ла алда булһын

- Ни булды. - Сирләйем. - Атаҡ, - ғүмерҙә сирләмәҫ, гел күтәренке кәйеф менән генә йөрөр кеше лә баһа, уны башҡаса сүрәттә күреп өйрәнелмәгән.- Өйҙә ирем дә ләж ята, балалар ҙа. - Ҡайтаһыңмы әллә? - редакцияла кеше аҙ, береһе сафтан сыҡһа ла, оло бәлә, ә бында Айгөл. Шулай ҙа сирле кеше, саҡ ултыра, ҡайтармай хәл юҡ.- Мин ҡайтһам, минең эште кем эшләй? - Бар-бар, барыбер береһе лә миҙал бирмәҫ, ҡайт балаларың янына, шәбәйегеҙ.

Ниһайәт тип әйтһәң әллә ҡалай, әйтмәһәң, әйтке килә тигәндәй. Айгөл Халиҡова Баҫма агенствоһының Почет грамотаһын алды. "Эй кешеләр, үҙе иҫән саҡта, белһәгеҙсе шағир ҡәҙерен" тип тә әйтке килде, әҙәмде маҡтау, уның эшен баһалау иртәгә түгел, бөгөн кәрәк.
Ауыҙ тултырып, оҙаҡ итеп нимәлер яҙғы килә, әйтәһе лә күп. Айгөл Наил ҡыҙы хаҡында тим. Ул редакцияла эшләгән йәш кенә ағинәй, Юшатыр ҡәләменә тотоноуына ун йылдан ашыу булып китте, Кешенең нимәгә торош итә икәне шунда уҡ беленә, Айгөл рәхәт кенә коллективҡа инде лә китте, ә бөгөн инде, "Был донъяла һин булмаһаң, нишләр инем икән, Миңеште", тип яҙған Назар ағай һымаҡ, ошолай әйтәм. Редакцияла Айгөл бар икән, тимәк, борсолаһы түгел, барыһы ла тәртиптә буласаҡ.
Тоғролоҡ, ышаныс, яуаплылыҡ- тап ошо сифаттар кешене кеше итә.
Яңыраҡ ҡына Айгөл эшләгән бүлмәгә инһәм, был мыш та мыш килеп ултыра.
- Ни булды?
- Сирләйем.
- Атаҡ, - ғүмерҙә ауырымаҫ, гел күтәренке кәйеф менән генә йөрөр кеше лә баһа, уны башҡаса сүрәттә күреп өйрәнелмәгән.
- Өйҙә ирем дә ләж ята, балалар ҙа.
- Ҡайтаһыңмы әллә? - редакцияла кеше аҙ, береһе сафтан сыҡһа ла, оло бәлә, ә бында - Айгөл. Шулай ҙа сирләп саҡ ултыра, ҡайтармай хәл юҡ.
- Мин ҡайтһам, минең эште кем эшләй?
- Бар-бар, барыбер береһе лә миҙал бирмәҫ, ҡайт балаларың янына, шәбәйегеҙ.
Бер генә хәл (ә ундайҙар тиҫтә йыл дауамында күп булды, Айгөл отпускы тигәнде лә күргәне юҡ, әйткәндәй), кешенең бөтөн сифатын аса ла һала. Миҙал бирмәҫ береһе лә тигәйнем, бына бирҙеләр - Грамота. Бәләкәй генә ҡағыҙ, ә күңелгә ҡалай рәхәт. Ысынында, әле гәзиттә, бигерәк тә, милли гәзиттә эшләгән Айгөл һымаҡтарға Грамота ғына биреү аҙ. Хатта миҙалы ла аҙ. Һәйкәл кәрәк. Моғайын, был тәҡдимемде күптәр хуплар.
Ҡотлайым, Айгөл, әйтәһе күп, бер тынала бөтөрөп булмай, алда булһын барыһы ла, әйтер һүҙҙәре лә, миҙалдары ла...
Читайте нас