Мәктәп йылдарында уҡ тырыш, яҡшы уҡыусы, уңған, дәртле булған Зифабыҙҙың һаман да шулай етеҙ булып, тырышып донъя көтөүенә һоҡланып ҡайттыҡ. Уның тормошонда бик күп ауырлыҡтар осраһа ла, тормош һынауҙарына бирешмәй, Мәскәүҙәге балалар сәләмәтлеге милли медицина эҙләнеү үҙәгендә өлкән шәфҡәт туташы булып эшләп, һоҡландырғыс итеп йәшәп ята.
Беҙ самолеттан килеп төшкәс тә Зифабыҙ тормош иптәше Радик менән йылмайып ҡаршы алды...