Ул ҡайҙа ғына эшләһә лә бар эште лә күңелен һалып башҡарырға ярата. Ниндәй генә эш ҡушылһа ла бик етеҙ итеп эшләп тә ҡуя. Күбәләктәй осоп-ҡунып, йүгереп йөрөй ул. Сабыр холоҡло, ярҙамсыл, аҡыллы булғанға ла үҙен барыһы ла хөрмәт итә.
Фәрихә Мансур ҡыҙы үҙ эшенә яуаплы ҡарап, яратып башҡара. Дауаханала булған ауырыуҙарға ла ярҙам итергә генә ҡарап тора. Ауылыбыҙҙа өмәләр үткәргәндә лә иң беренселәрҙән булып етеҙ, уңған Фәрихәбеҙҙе саҡырабыҙ. Яңғыҙы ҡалған оло йәштәгеләргә лә ярҙам итә, дарыуханан кәрәк дарыуҙарын алып барып китә.