Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе

Яманғолда беҙгә ҡаршы ғына йәшәгән инәйем бар ине, исеме Сәмиғә, беҙ уның исемен әйтмәнек инәй, инәйем тип кенә йөрөттек. Ул шәп тегенсе, һүҙгә маһир, таҡмаҡ сығарырға, мәҡәлдәр менән һөйләргә оҫта ине. Ҡыҙ бала тыуһа, сәңгелдәктә ятҡанда уҡ ҡолағын тишә торғайны. Бәрәстәргә лә ҡолағына иң һала "атаң бирмәй тамға бирә" тип әйтер ине. Ул саҡта ул мәҡәлде аңлап та етмәгәнбеҙҙер инде

Яманғолда беҙгә ҡаршы ғына йәшәгән инәйем бар ине, исеме Сәмиғә, беҙ уның исемен әйтмәнек инәй, инәйем тип кенә йөрөттек. Ул шәп тегенсе, һүҙгә маһир, таҡмаҡ сығарырға, мәҡәлдәр менән һөйләргә оҫта ине. Ҡыҙ бала тыуһа, сәңгелдәктә ятҡанда уҡ ҡолағын тишә торғайны. Бәрәстәргә лә ҡолағына иң һала "атаң бирмәй тамға бирә" тип әйтер ине. Ул саҡта ул мәҡәлде аңлап та етмәгәнбеҙҙер инде. Шулай ҙа ул беҙгә инәйемдең васияты булып һеңеп ҡалған. Әле лә, инәйемде иҫкә алып, бәрәстәргә иң һалабыҙ. Быйыл бер игеҙ һыңары бәрәс көтөүҙән ҡайтмай ҡалған. Сығып эҙләп тә ҡараным, тапманым. Кешеләргә шундай иңле бәрәс көтөүҙән ҡайтмай тип әйтеп тә йөрөнем. Бер көн көтөү килгәс, машина килеп туҡтаны. Иҙрисов Камил миңә ҡәйнеш тейеш кеше, теге аҙашҡан бәрәсте машина багажнигына һалып алып килгән. Аллаһының рәхмәте яуһын Камил ҡәйнешемә.
Әйтер һүҙем шул "ололар һүҙе аҡылдың үҙе"тип дөрөҫ әйтелгән, "атаң бирмәй тамғаң бирә". Бәрәс Камилдарҙың һарығына ҡушылып йөрөгән, иңенән танып алып килгән.
Ауылдаштарыма, милләттәштәремә әйтер һүҙем "Бергә булайыҡ берҙәм булайыҡ". Ошо ваҡытлыса ғына булған фани доньяла. "Юшатыр" гәзитен дә алдырайыҡ, уҡыйыҡ, һаҡлайыҡ гәзитте.
Зилә Түләгәнова, Яманһары ауылы
Читайте нас