Все новости

Ихлас ҡотлауҙы ҡабул итегеҙ!

Бөгөн медицина хеҙмәтҡәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Тимербай ауылы фельдшеры Мәғфиә Рамаҙанованы ҡотлағы килә, ҙур-ҙур бүләктәр бирә алмаһаҡ та, ихлас һүҙҙәребеҙҙе ҡабул итегеҙ.

Бөгөн медицина хеҙмәтҡәрҙәре көнө. Ошо уңайҙан Тимербай ауылы фельдшеры Мәғфиә Рамаҙанованы ҡотлағы килә, ҙур-ҙур бүләктәр бирә алмаһаҡ та, ихлас һүҙҙәребеҙҙе ҡабул итегеҙ.
Мәғфиә Рамаҙанова был эшендә - халыҡҡа ныҡ кәрәк хеҙмәтендә - 30 йылдан артыҡ эшләй. Ауыл кешеһе белә: фельдшерҙарҙың ялы ла юҡ, отпускыһы ла юҡ, көн дә юҡ, төн дә булмай. Уға хатта сирләргә лә ярамай - халыҡ көтә. Әйтһәң, һүҙ күп, бөгөн һеҙҙе ҡотларға ине (башҡа ваҡытта, бәлки, әйтергә лә онотабыҙҙыр). Һаулыҡ һеҙгә, ғаилә бәхете, бәләкәй генә, гүзәл генә ауылыбыҙҙы ҙурлап, уға тағы ла гүзәллек өҫтәп, оҙаҡ йылдар эшләргә-йәшәргә булһын. Байрамығыҙ менән!
Тимербай ауылы халҡы.
Читайте нас: