Все новости

Күңелдә ҡалыр ваҡиға

...Быйылғы һабантуй бик күптәрҙең күңелендә тағы ла ҙур тарихи ваҡиға булараҡ та иҫтә ҡалыр тип уйлайым. Республикабыҙҙа билдәле шағир һәм яҙыусылар - Миләүшә Ҡаһарманова, Фәнил Бүләков, Ғәлиә Кәлимуллина, Светлана Чураевалар Башҡортостандың халыҡ шағиры, Көйөргәҙе районында тыуып-үҫкән талантлы шағирә Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева исемендәге премияға лайыҡ булдылар.

Быйылғы һабантуй бик күптәрҙең күңелендә тағы ла ҙур тарихи ваҡиға булараҡ та иҫтә ҡалыр тип уйлайым. Республикабыҙҙа билдәле шағир һәм яҙыусылар - Миләүшә Ҡаһарманова, Фәнил Бүләков, Ғәлиә Кәлимуллина, Светлана Чураевалар Башҡортостандың халыҡ шағиры, Көйөргәҙе районында тыуып-үҫкән талантлы шағирә Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы Ғәниева исемендәге премияға лайыҡ булдылар. Уларҙы был мәртәбәле премияға эйә булыуҙары менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Көйөргәҙе районы хакимиәтенә үҙем дә иғтибарҙары, ихтирамдары, һәм рәсми рәүештә һабантуйға саҡырғандары өсөн рәхмәт һүҙҙәремде юллайым, ауыр һәм яуаплы эштәрендә уңыштар теләйем!
Сулпан МИҢЛЕБАЕВА, Яңы Мораптал ауылы.
Сулпан апайҙың хаты гәзиттә бөгөн тулы килеш сыҡты.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: