Все новости

Тыныслыҡты ҡайтарғаны өсөн рәхмәт

Йәйге ялдарҙа ҡала балалары ауылда ял итергә ярата, тынсыу, таш шәһәрҙә ятҡансы, иркен, тыныс ауылда каникул йәнлерәк үтә. Минең улым да ауылды ярата, Стәрлетамаҡтан тыуған еремә – Абдулға ебәрҙем баламды.

Тыныслыҡты ҡайтарғаны өсөн рәхмәт
Тыныслыҡты ҡайтарғаны өсөн рәхмәт

Әсәйем янында эшкә лә өйрәнеп үҫә, ҡош-ҡорт ҡарай, башҡа эштә лә ярҙамлаша. Бер көнө, әсә күңеле һиҙгер бит, нимәлер булыр һымаҡ тойолдо, йөрәк урынында түгел. Борсолоуым бушҡа булмаған икән, әсәйем шылтырата: Данилдың эсе ауырта. Ҡот китте, температураһын ҡарап тор, тиҙ ярҙам саҡырт тип әйттем һәм шунда уҡ юлға әҙерләнә башланым. Минең ҡайтҡансы әсәйем тиҙ ярҙам саҡыртҡан, малайҙы алып киткәндәр. Уны ҡалаға дауаханаға килтереү менән хирург Наил Усманов ишек төбөнән үк ҡаршы алып та торған...

Гөлсөм Ханбәкова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы 

Хат тулы килеш гәзиттә үткән һанда баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: