Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
19 Августа 2021, 14:52

Тамаҡ та туҡ булһын, йән дә....

Ҡайҙалыр ҡунаҡҡа барһаң, ҡулыңа күстәнәс тотторалар - борондан ҡалған йола. Уның төрлөһө була, ашай торғаны, сувенир һымағы - иҫтәлеккә. Ниндәй булһа ла был күстей бик ҡәҙерле була - элегерәк ата-әсәгә гәзиткә төрнәп биреп ҡайтарылған, балан бәлеше, ите, тоҙло боросо, сәк-сәге бергә уҡмашҡан күстәнәсте күптәр хәтерләргә тейеш, тоҙло борос тәме әйткән сәк-сәге лә хатта бик тәмле була торғайны. Күстәнәс бит ул, ысын күңелдән бирелгән аҙыҡ. 

Тамаҡ та туҡ булһын, йән дә....
Тамаҡ та туҡ булһын, йән дә....
Бөгөн дә Яҡшымбәт ауыл биләмәһе башлығы Юнир Сынбулатов килгән олпат ҡунаҡтарҙың ҡулына (был иҫәпкә ни ғиллә менәндер беҙ ҙә эләктек) төргәк тотторҙо (гәзит замандары үтте). Төргәк тышында "был Яҡшымәттеке" тип күрһәтеп торған матур яҙыуы бар, ә эсендә тотош хазина: бал (тән аҙығы) һәм алҡалар (йәндеке). Юнир Ирек улы барыһына ла ишара яһаны ахры: ҡайҙа йөрөһәк тә, ниндәй ғәмәл беҙҙе йөрөтһә лә тамаҡ туҡ булһын, йән дә ас булмаһын. 
Рәхмәт, Юнир ағай, бүләгеңде ихлас ҡабул ҡылдыҡ, теләктәрең үҙеңә, йөҙләтә ҡабаталанып, кире әйләнеп ҡайтһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: