Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
25 Августа 2021, 09:19

Характеры ла бирелгән

Хөрмәтле “Юшатыр” гәзите! Ошо ихтирамлы баҫма биттәрендә Пушкин урамы етенсе йортта урынлашҡан Рафиҡ Тайсиндың оҫтаханаһына оло рәхмәтебеҙҙе белдергебеҙ килә. Бында мәрхүмдәргә гранит, мәрмәр таштарҙан памятниктар эшләйҙәр.

Характеры ла бирелгән
Характеры ла бирелгән

Күренекле башҡорт яҙыусыһы Рәшит Солтангәрәевтың баҡыйлыҡҡа күскәненә 20 йыл булып китте. Ваҡыт яраларҙы уңалтһа ла, ҡәбер таштарын аямай. Ел, ямғыр, эҫе, сатлама һыуыҡ үҙ эшен эшләй, соҡоп яҙылған исем-шәрифтәр юйыла.. Ташты яңыртыу мохтажлығы килеп сыҡҡас, Рафиҡ Ғилман улының оҫтаханаһын тәҡдим иттеләр. Ысынлап та, бында үҙ эшенең оҫталары эшләй икән. Атай кеше, улы, ейәне һәм ярҙамсы хеҙмәткәрҙәре ҡәбер өҫтөн керамогранит менән ҡаплап, яҙыусының фотоһын гранит ташҡа бик матур итеп күсереп эшләнеләр. Яңы ҡәбер ташының һүрәтен күргән яҡташ академигыбыҙ Марат Талғат улы Аҙнабаев һоҡланыуын йәшерә алманы. Фотола Рәшит Солтангәрәевтың характеры бирелгән, үҙен күргәндәй булып, күңелем йомшарҙы, тине. Тайсиндарға һаулыҡ, изге эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
Яҙыусының туғандары исеменән Гөлнур ХӘМИТОВА

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: