Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
17 Сентября 2021, 16:11

Яҡшымбәттеке ҙур була

Һайлау - һәйбәт, әлбиттә, тик был тиклемде көтмәгәйнек. Һыйҙы әйтәбеҙ. Элек, дөрөҫ, һайлау ваҡытында ауылға автолавка килә, өрөкмө, колбасамы, хәлүеәме килтерә инеләр, әсәйҙәр алып ҡайта, ә беҙ - балалар, шуларҙы ашау өсөн генә лә таң һарыһынан тороп ултырабыҙ.

Яҡшымбәттеке ҙур була
Яҡшымбәттеке ҙур була
Әле лә үҙебеҙҙе шул балалай һиҙҙек, елле-елле сумкаларға тултырып, күстәнәс алып килгәндәр. Бройлер тауыҡ, холодец, тултырылған борос, ҡымыҙ... Иң матур төштәргә лә инмәҫ тәғәмдәр. Рәхмәт, һыйығыҙ тәмле, унан бигерәк йөҙөгөҙ яҡты - был һайлауҙар ғүмере буйына иҫтә ҡалыр. 
Ҡайҙан килгән был байлыҡ? Әйтмәһәк тә белерһегеҙ тиһәк... Яҡшымбәттән. Тауығының ҙурлығына ҡарап та белеп була - Яҡшымбәттең тауыҡтары шулай эре була. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: