Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Октября 2021, 10:08

Матурлыҡты һөйгән кешебеҙ

Кисә ауылыбыҙҙа бик матур байрам сараһы булып үтте оло йәштәге инәй, апайҙарыбыҙҙы ҡотлап дәртле йыр -моңдарыбыҙҙы бүләк иттек, үткән йылдарға хәтер сәйәхәтендә лә булып ҡайттыҡ.

Матурлыҡты һөйгән кешебеҙ
Матурлыҡты һөйгән кешебеҙ

Шулай уҡ байрамда ауылыбыҙ еңгәһе Ғәлиә Хәсәнова үҙ бүләктәрендә таратты. Һоҡланғыс, уңған, киң күңелле кешеләр йәшәй шулай беҙҙең ауылда. Ғәлиә еңгәбеҙ ябай почта хеҙмәткәре, Мораптал ауылынан беҙҙең ауылға газета-журналдар,, хат -хәбәрҙәр, ташып тарата. Ауылда кемдең ҡалай йәшәгәнен унанда яҡшыраҡ белгән кеше юҡтыр. Шуға күрә ул бөгөн гөл -баҡса үҫтерергә яратҡан хужабикәләрҙе бүләкләп үтте. Үҙе бер йәм, үҙе бер матурлыҡ бит шундай урамдарҙан үтеуе, ти ул , афарин Ғәлиә еңгә, матурлыҡты һөйгән изге күңелле кешебеҙ, бүләктәреңә лә, йылы һүҙҙәреңә лә ҙур рәхмәт.

Рәмзиә Әбйәлилова, Яҡут ауылы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: