Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
17 Октября 2021, 10:32

Йәшкә лә, ҡоролоҡҡа ла ҡарамай...

Ошо көндәрҙә ауыл хужалығы эшсәндәре үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләп үттеләр.

Йәшкә лә, ҡоролоҡҡа ла ҡарамай...
Йәшкә лә, ҡоролоҡҡа ла ҡарамай...

Беҙҙең Киров исемендәге кооператив эшсәндәрен дә, эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан ветерандарҙы ла байрамдары менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Уларҙың эштәрендә уңыштар, ғаиләләрендә именлек, һаулыҡ, бәхет теләйбеҙ.
Октябрь айының тәүге көнөдә, Оло йәштәгеләр көнөн билдәләгәндә лә Киров хужалығы ситтә ҡалманы. Кооператив идараһы үҙҙәренең ветерандарына байрам менән ҡотлап күстәнәстәр тараттты. Хужалығыбыҙ рәйесе Дамир Байгилдин йәш булыуына, шулай уҡ йылдың ҡоролоғона ҡарамайынса оло йәштәгеләргә иғтибарын бүлде, изге теләктәрен әйтеп ҡотланы. Ошондай ауыр заманда күстәнәстәр менән тәмләп сәй эсеп, концерт ҡарап үткәрҙек байрамыбыҙҙы. Ихтирамы, иғтибары өсөн хужалығыбыҙ рәйесе Дамир Таһир улына ҙур рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Уға ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә бәхете һәм эшендә уңыштар теләйбеҙ. Барлыҡ ауырлыҡтар үтеп китеп, иҫәнлек-һаулыҡ менән, тыныс тормошта эшләргә, йәшәргә яҙһын.
Барлыҡ ололар исеменән М. ТӨХВӘТУЛЛИНА 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: