Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
31 Октября 2021, 11:58

Көс-дәрт алабыҙ

Беҙҙең әсәйебеҙ Зөлфиә Риф ҡыҙы СЫНБУЛАТОВА (Тураева) 1966 йылдың 31 октябрендә Көйөргәҙе районы Яманһары ауылында, олатайыбыҙ Риф менән өләсәйебеҙ Гөлфиәнең тәүге балалары булып донъяға килә. 

Көс-дәрт алабыҙ
Көс-дәрт алабыҙ

Бәләкәйҙән ул бик теремек булып үҫә. Яманһары ауылының һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тик бишле билдәләренә генә тамамлап, бухгалтер һөнәрен үҙләштерә. 1985 йылдың матур көҙ айында, атайыбыҙ Хәким менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Бер-бер артлы, беҙ - мөхәббәт емештәре донъяға киләбеҙ. Ул ваҡытта атайыбыҙ милиция хеҙмәткәре, әсәйебеҙ магазинда бухгалтер булып эшләйҙәр. Улар беҙҙе матур итеп тәрбиәләп, белем биреп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Беҙ хәҙер үҙебеҙ атай-әсәйҙәр. Улдары Мансур - монтажсы, ҡыҙҙары Әлфиә - ашнаҡсы, бәләкәйҙәре Айгөл - уҡытыусы булып эшләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ бай өләсәй, хәҙер уның ете ейән-ейәнсәрҙәре бар.
Әсәй! Беҙ шул тиклем бәхетле һинең яныңда. Беҙҙең өсөн һин йәшәү шатлығы, үтер юлдарыбыҙға үрнәк, маяғыбыҙ һин беҙҙең.
Атайыбыҙ хаҡлы ялға сыҡҡас, улар тыуған төйәктәре - Яманһары ауылына төп нигеҙгә йәшәргә ҡайттылар. Әсәйебеҙ уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй, ярҙамсыл өләсәй. Ҡасан ҡайтып, ҡасан китһәк тә өй таҙа, өҫтәлдә аш-һыу әҙер, йылы ойоҡбаштары, бейәләй, шәлдәре бәйләнгән. Өй эсе, баҡсаһы гөлгә күмелеп тора. Емеш-еләктәре ишелеп уңа. Баҡсала ниндәй генә гөлдәр, сәскәләр үҫмәй. Өйҙөң алды ла, арты ла күҙҙең яуын алған сәскәләргә күмелгән. Ул баҡсаларға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр. Беҙ әсәйебеҙ янына ҡайтып көс, дәрт алып китәбеҙ.
Әсәй! Һин беҙгә бик кәрәк. Һинең төплө, урынлы кәңәштәрең, ҡайһы ваҡыт әйтеп үткән тәнҡиттәрең - улар барыһы ла беҙгә ҡиммәт.
Һеҙҙең тупһа аша үтеп кергән бер кеше лә буш сыҡмай. Һин уларҙы һәр ваҡыт тәмле аштарыңды ашатып, йылы һүҙҙәреңде әйтеп, кәңәштәреңде биреп, күңелдәрен күтәреп, күстәнәстәреңде төрөп оҙатаһың. Шуға ла йәше лә, ҡарты ла туғандар, күрше-күлән дә һеҙҙән өҙөлмәй.
Әсәйебеҙ ауылда үткәрелгән мәҙәни сараларҙан да ҡалмаҫҡа тырыша. Төрлө спектаклдәр, концерттар ҡуйырға, ағинәйҙәр клубына бик теләп йөрөй. Матур-матур башҡорт милли биҙәүестәрен, кейемдәрен тегергә ярата.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ! Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән һоҡландырғыс пар булып, аҡ бәхет-шатлыҡтарға ғына төрөнөп йәшәгеҙ. Беҙ һеҙгә оҙон, бәхетле, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ.
Йылдар үтә тип моңһоуланма,
Гел йәшлектә ҡалһын күңелең.
Шатлыҡтарға күмелеп, беҙҙең менән,
Гөрләп үтһен һинең ғүмерең.
Ғүмереңдең ҡәҙерен белеп,
Йәшә әле ерҙә ҡыуанып.
Сәләмәт бул, ҡайғы-хәсрәт күрмә,
Тормошоң гел торһон нурланып.
Ҡотлау менән тормош иптәше Хәким, улы Мансур, уның ғаиләһе, ҡыҙҙарың Әлфиә, Айгөл, кейәүең Әли, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас: