Все новости

Партияғыҙ һәйбәт башҡарылһын

Яҡшымбәттең бөгөн һуйған ҡаҙҙары һимеҙ икән, әллә бында колхоз булғанға тиеүселәр табылды, аслы-туҡлы йөрөгән мал былай уҡ таҙа булмаҫ. 

Партияғыҙ һәйбәт башҡарылһын
Партияғыҙ һәйбәт башҡарылһын

Эш колхозда ла, башҡаһында ла түгел, хужалары шәп: Рәмил менән Миңзәлә Кейекбаевтар. Беҙ барып төшкәс тә, ауыл башлығы һәммәбеҙҙе Кейекбаевтар йортона әйҙәне, беҙ ярар, Өфөнән килгән телевидение бар - уҫлаптай егеттәр. Керһәк.... беҙ иртәнге аш ҡына тигәйнек тә баһа, ҡыҙҙырылған йомортҡа-фәлән дә сәй булһа, баштан ашҡан. Ә бында өҫтәл туйға әҙерләнгән һымаҡ, нимә генә юҡ. Йәшәгән кеше йәшәй белә Яҡшымбәттә. Кейекбаевтарҙың йортонда беренсегәбеҙ, улар йәшәгәнен белмәһәк, бында берәй олпат завод хужаһы йәшәйҙер тип уйлар инек - Беляевтыҡынан ҡалышмай, ҙур, иркен, матур, таҙа.
- Беҙ йыл да күпләп мал аҫрайбыҙ. 50 ҡаҙ, 80 бройлерыбыҙ менән бергә барлығы 125-ләгән ҡош-ҡортобоҙҙо һуйҙыҡ быйылғы көҙҙә. Был икенсе партия, унан алда ла бер партия үҫтереп, күпләп һуйғайныҡ. 

Ҙур рәхмәт, Кейекбаевтар, партияларҙың нисәнсеһен, ниндәйен башҡарһағыҙ ҙа ул гел ошолай һәйбәт килеп сыҡһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: