Все новости

Алтын миҙал – уртаҡ бүләк

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән БР ауыл хужалығы министрлығы тарафынан үткәрелгән төбәк-ара “Беҙҙең бренд” конкурсы тамамланды. Бәйгелә көс һынашҡан 118 бренд араһында беҙҙең “Ватан” хужалығының продукцияһы ла көс һынашты. Ниһайәт, тауыш биреүҙә хужалығыбыҙ етештергән Көйөргәҙе деликатестары һәм Стәрлебаш бауырһағы еңеүсе тип табылды. 

Алтын миҙал – уртаҡ бүләк
Алтын миҙал – уртаҡ бүләк

Көсөргәнешле ярышта беҙҙең менән бергә булып, беҙҙең деликатестар өсөн тауыш биргән барлыҡ Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы халҡына ҙур рәхмәттәремде еткерәм. Ышанысығыҙ өсөн, беҙҙе еңеүгә этәргән ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт. “Беҙҙең бренд” еңеүсеһенә тапшырыласаҡ алтын миҙал – барыбыҙҙың да уртаҡ бүләгебеҙ. Киләсәктә лә берҙәм булайыҡ, иҫәнлек һәм именлек һеҙгә.
Ғәйнетдин МӨХӘМӘТОВ, “Ватан” хужалығы рәйесе.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: