Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Декабря 2021, 16:29

Оло дауа

Туғыҙ йыл Күмертау ҡалаһының яман шештәр дауаханаһында дауаланам. Элек, бер бүлек булғанда, 2-шәр сәғәт документтарҙы ҡарайҙар ине, ә хәҙер яңы бүлекте асҡандары бирле, ҡағыҙ эштәренә 20-25 минут етә.

Оло дауа
Оло дауа

Беҙ дауаланыусылар, һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҙур рәхмәтлебеҙ. Әлбиттә, шул бүлектең мөдире Илдар Зәкәриә улы Сәйфуллинға, ул шул тиклем уңайлы итеп ойошторған был эште, беҙ бит яман сирлеләр, ул сир беҙҙән китә торған да, бөтә торған да түгел. Уның йылы ҡарашы, төплө кәңәштәре беҙгә йәшәргә көс өҫтәй. Дауалаусы табиб Сергей Николаевич Климовҡа ҙур рәхмәт, һәр ваҡыт тыныс, яҡшы мөғәлләмәлә. Хатта уның тыныслығы беҙгә лә күсә "йәшәйбеҙ әле" тигән уйҙа дауаланып ҡайтып китәбеҙ.

Барлыҡ дауаланыусылар исеменән Яңы Мораптал ауылында йәшәүсе Вәғибә АҠКҮБӘКОВА
"Юшатыр" гәзитен бабайым менән көтөп алабыҙ. Районыбыҙҙың шатлығын да, хәсрәтен дә тулыһынса яҡтыртып бирә алған хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт. Гәзиткә яҙылыу квитанцияһын ебәрәм, уйында беҙҙә ҡатнашайыҡ әле тим.

Хат тулы килеш гәзиттә баҫылды. 

Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: