Все новости
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Декабря 2021, 17:12

Ауыл йәшәй икән!

Йәй буйы һыу тип яфаландыҡ, ҡыш та был проблеманан ҡотолдормай.  Кинйәабыҙҙа башня туңған. Хәс Ҡыш бабай һымаҡ боҙланып, әллә ҡайҙан күренеп ултырған. Ауыл башлығы Фәнис Рахманғолов, Ҡыш бабайҙарҙы ярата яратыуын, тик бындай күренеш менән һис риза булмаған, ҡаланан манипулятор алып килтергән, ауыл егеттеренә өндәшкән дә башняны иретеп тә ҡуйғандар 

Ауыл йәшәй икән!
Ауыл йәшәй икән!
Урал, Азат Зәйнәғәбдиновтар, Алмаз, Флорид Биктимеровтар, Айҙар Әмиров, Рәфис Хәбибуллин - ҙур рәхмәт һеҙгә. 
Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, Свободала ла һыу крандары (задвижка) эшлектән сыҡҡан. Уны ла йәһәт кенә эшләп ташлағандар - йәнә ауыл егеттәре ярҙамға килгән: Ҡолмохәмәтов Риф, Лисатренко Геннадий, Зәйнәғәбдинов Рәфҡәт, Рәхимов Радик, Верховых Петр - аяҡ-ҡулдарығыҙ һыҙлау белмәһен. 
Һеҙҙең һымаҡтар булғанда, ауыл йәшәй икән, егеттәр!  
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: