Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
28 Декабря 2021, 04:37

Аллаһы Тәғәләбеҙ икеләтә ҡайтарһын!

Матди ярҙам йыйыуҙа ҙур эш эшләгән "Юшатыр" гәзитенә, Мәлик Миңлебулат улы Ильясовҡа, Ильгиз Инсаф улы Хәйбуллинға, Юнир Ирек улына, Бикмаев Рәсим Ришат улына рәхмәттәребеҙ. Һәм дә кемдәрҙер яҙылмай тороп ҡалған булһа ғәфү үтенәбеҙ. 

Аллаһы Тәғәләбеҙ икеләтә ҡайтарһын!Аллаһы Тәғәләбеҙ икеләтә ҡайтарһын!
Аллаһы Тәғәләбеҙ икеләтә ҡайтарһын!

Хөрмәтле ауылдаштар, дуҫтар, туғандар, классташтар, Әнәйемдең классташтары, яҡындар, коллегалар, кәләшемдең коллегалары, күршеләр, күрше ауылда йәшәүселәр, Район хакимиәте, ундағы барлыҡ отделдар, "Йәшлек" район мәҙәниәт йорто, ғөмүмән Башҡортостанлылар!!! Һеҙҙең барығыҙға ла Әнәйем, кәләшем, ҡустым һәм һылыуым ҙууууур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Барлыҡ булған рәхмәттәребеҙҙе әйтеп кенә, яҙып ҡына еткереп бөтөп булмай, ни тиһәк тә аҙ кеүек.
"Бәлә аяҡ аҫтында" - ти халыҡ әйтеме, был ысынында ла шулай икән, сөнки барлыҡ хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп тә, бындай янғын сығыуы аптырашта ҡалдырҙы. Аңлап та булмай әлеге мәлдә. Аллаға шөкөр башыбыҙ иҫән - һау, ҡалғаны табылыр, өйө лә һалыныр Аллаһ Тәғәлә теләһә. Барлыҡ булған фотолар, һаҡлап килгән иҫтәлекле әйберҙәр генә иҫтәлек булып ҡала инде.
Барығыҙға ла тағын да бер тапҡыр ҙууууур рәхмәт. Шулай уҡ рәхмәттәребеҙҙе ауылыбыҙ биләмәһе башлығы Юнир Ирек улы Сынбулатовҡа еткерәбеҙ, беренсе көндән үк техника биреп, ярҙам итеүҙе булдырҙы һәм уларҙың балаларына. Минулла Ғәйзулла улы Вәлитовҡа, Рәсил һәм Абзал Рауил улы Бикмаевтарға, Рауил Айрат улы Бикмаевҡа техника менән беренсе көндән йыйыштырып бөткәнсе йөрөнөләр. Искра ауыл хужалығына тейәгес трактор биргәненә, һәм ул техникала тейәүсе авзыйым Мөнир Анур улы Сәлтәшевкә. Мирасов Азамат Ғәҙнән улына һәм Исхаков Фәдис Фәнис улына һәр бер нәмәне бысып, тейәп түгештеләр, шулай уҡ эш бөткәнсе ярҙам иттеләр. Хәйбуллин Салауат, Исламғолов Ильнур, Сынбулатов Кәрим, Бәхтийәров Артур, Абдуллин Әлфрит, Түләков Фаил, Аксаров Фаат авзый, Исмәғилев Фәнил авзый, Сынбулатов Фәрғәт авзый, Сәлтәшев Минлеғәле бабай, Бикмаев Рафиҡ авзый, барығыҙға ла ҙууур рәхмәттәребеҙ. Матди ярҙам йыйыуҙа ҙур эш эшләгән "Юшатыр" гәзитенә, Мәлик Миңлебулат улы Ильясовҡа, Ильгиз Инсаф улы Хәйбуллинға, Юнир Ирек улына, Бикмаев Рәсим Ришат улына рәхмәттәребеҙ. Һәм дә кемдәрҙер яҙылмай тороп ҡалған булһа ғәфү үтенәбеҙ. Һәммәгеҙҙең дә ярҙам иткәнен беләбеҙ. Ҙур рәхмәт һеҙгә тағын бер, һеҙҙең барығыҙға ла иҫәнлек - һаулыҡ, таҙалыҡ - байлыҡ, ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, йән тыныслығы теләйбеҙ, эшләгән изгелектәрегеҙҙе Аллаһы Тәғәләбеҙ икеләтә ҡайтарһын. Бергәләшеп, бер - беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп, иҫәнлектә - һаулыҡта, матур итеп йәшәйек. Бергә һәм берҙәм булайыҡ. Амин. Рәхмәт.

Фидан Булатов, Яҡшымбәт ауылы. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас