Ҡунаҡбай ауылы
Беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ, яратҡан өләсәйебеҙ Альмира Рамаҙан ҡыҙы ИШМӨХӘМӘТОВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай көндәр, изгелектәр күреп, тормошҡа һөйөнөп, беҙҙең барыбыҙҙың да ихтирамын, хөрмәтен тойоп оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Тыуыр таңдарың - имен, килер көндәрең - аяҙ, тормошоң бәрәкәтле булһын.
Ер йөҙөнөң бөтә мартурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе,
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Ильмира, улдарың Хәйҙәр, Рифат, кейәүең Марат, килендәрең Альмира, Зифа, ейән-ейәнсәрҙәрең.