

Абдул ауылы
Ҡәҙерле әнейебеҙ, нәнәйебеҙ Рәйфә Марат ҡыҙы ЯҠУПОВАны матур байрамы - 55 йәш тулыуы менән тәбрик итәбеҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Кеше ғүмере үткән йылдары менән генә билдәләнмәй. Һин әтейебеҙ өсөн оло терәк һәм тоғро тормош иптәше. Әтейебеҙ Наил Әмин улы менән бергә матур ғүмер кисереүегеҙгә 35 йыл булып киткән.
Әней, һин балаларың өсөн - шат күңелле һәм ҡайғыртыусан әней, ейән-ейәнсәрҙәрең өсөн яратҡан, хөрмәт иткән нәнәй. Ҡәҙерлебеҙгә ҙур уңыштар, шатлыҡлы осрашыуҙар һәм көтөлмәгән ҡыуаныстар, ныҡлы сәләмәтлек һәм бәрәкәтле оҙон ғүмер, күтәренке рух һәм алдағы көндәреңдә лә сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Йортобоҙ йылылыҡ, яҡтылыҡ һәм мөхәббәт менән тулып торһон. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, шатланып-ҡыуанып йәшә. Йәшен тиҙлегендәй үтә торған ғүмерҙең һәр көнө матур, яҡты, нәтижәле булһын.
Беҙҙең өсөн йәшәү өлгөһө һин,
Бар наҙыңды беҙгә бағышланың.
Ап-аҡ ҡарҙар яуған ошо көндә
Таралһындар барлыҡ һағыштарың.
Көслө бит һин, әнкәй, түҙем йәнле,
Мәрхәмәтле, изге күңелле.
Беҙгә биргән йәшәү көсө өсөн
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙ йәшәйбеҙ, әңкәй, һин булғанға,
Тормоштарҙың белеп ҡәҙерен.
Һиңә ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ беҙ,
Иҫәнлектә үтһен ғүмерең.
Ҡотлау менән тормош иптәшең Наил, улдарын Рәфис, Рифат, ҡыҙың Зарина, килендәрең Зәлиә, Айгөл, кейәүең Илдар, ейән-ейәнсрҙәрең Рәфилә, Рәхим, Сабина, Сафина.