Яманһары ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ Камил Ғәзиз улы БАТЫРШИНды 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ул балалары, ейәндәре өсөн өҙөлөп торған хәстәрлекле, асыҡ йөҙлө, киң күңелле, йор һүҙле әтей һәм олатай.
Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, бөтмәҫ дәрт, йән тыныслығы теләйбеҙ. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер хөрмәтен тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, бәрәкәтле мул тормошта беҙгә терәк булып оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Алда һине тик ҡыуаныс-шатлыҡтарҙан ғына торған мул, ырыҫлы тормош, имен бәхетле йылдар көтһөн!
Сәләмәт бул, әтей, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңел түреңә.
Барыбыҙға ҡанат, терәк булып,
Талмай атла ғүмер түренә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Ләлә, улың Азат, ҡыҙҙарың Юлиә, Әлиә, кейәүҙәрең Максим, Александр, ейәндәрең Алмаз, Денис, ейәнсәрҙәрең Инна, Элиза, Луиза һәм барлыҡ туғандарың.