Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
1 Февраль 2022, 08:54

Иң яҡыны беҙгә һин генә

Ғиниәтулла КИНЙӘБУЛАТОВты ҡотлайбыҙ!

Иң яҡыны беҙгә һин генәИң яҡыны беҙгә һин генә
Иң яҡыны беҙгә һин генә

Ергә ябалаҡлап аҡ ҡарҙар яуғанда, ағастар ап-аҡ нурҙарға төрөнгәндә Көйөргәҙе районының Бахмут ауылында йәшәүсе иң яҡын кешебеҙ, ҡәҙерле атайыбыҙ Ғиниәтулла Ғибәтулла улы КИНЙӘБУЛАТОВты матур юбилейы – 80 йәше.
Ул ауыр һуғыш йылдарында, 1942 йылдың 1 февралендә Күгәрсен районының Аҙнағол ауылында донъяға килә. Башланғыс класты үҙ ауылында башҡортса уҡып, 10-сы класты күрше Подгорное ауылында русса тамамлай. Уҡыуға зирәк егет урта мәктәпте тамамлап, Салауат ҡалаһындағы Привольжск индустриаль техникумының автомеханика бүлегенә уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте йүнәлтмә буйынса Казан ҡалаһының автопредприятияларының береһенә эшкә ебәрәләр. Әрме хеҙмәтенә лә ул Казан ҡалаһынан юллана. Әрме хеҙмәтен атайыбыҙ Свердловск ҡалаһында үтә. Өс йыл хеҙмәт иткән дәүерҙә үҙен бик талапсан һалдат булараҡ күрһәтә, хеҙмәтендәге уңыштары өсөн миҙал менән наградлана, тап ошо миҙал, күп йылдарҙан һуң, хаҡлы ялға киткәндә хеҙмәт ветераны кенәгәһен алырға ярҙам итә лә инде.
Хәрби хеҙмәттән һуң тәүҙә Алтай крайының Барнаул ҡалаһында, аҙаҡ Үзбәкстандың Ташкент ҡалаһында ауыл хужалығы машиналары заводында үҙ һөнәре буйынса эшләй. Отпускаға ҡайтҡан сағында йәштән күреп, оҡшатып йөрөгән матур ҡыҙға, беҙҙең әсәйебеҙ – Шәфиға Шәкүр ҡыҙына өйләнә. Тиҙ арала туй үткәреп, йәш ғаилә Үзбәкстан яҡтарына йәшәргә китә. Ташкент ҡалаһында уларҙың игеҙәк балалары: ҡыҙы – Рәзилә, улы – Радик тыуа. Тыуған яҡты, туғандарҙы һағыныу һағышы йәштәрҙе тыуған яҡҡа Көйөргәҙегә тарта. Тыуған яғына ҡайтыу менән атайыбыҙҙы Горный ключ ауылына эшкә тәғәйенләйҙәр. Бер аҙҙан Калинин кисемендәге колхозға Бахмут ауылына механик вазифаһына күсерәләр. Ауырлыҡтарға бирешмәҫ, үҙ эшен яратып башҡарған атайыбыҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы маҡтаулы хеҙмәт юлын үтте, алдынғыларҙан иҫәпләнде.
Атай-әсәйебеҙ ике балаһына ла юғары белем алырға, ололарға кешелекле, йәштәргә ҡарата кеселекле булырға өйрәтте, һәр ваҡыт беҙҙең өсөн оло маяҡ булып торалар. Бөгөнгө көндә атай – әсәйебеҙҙең дүрт ейәнсәре бар, балаларҙың һәр бер уңыштарына шатланып ғүмер итә ҡәҙерлеләребеҙ.
Атайыбыҙ гүзәл тәбиғәт ҡосағында тыуғанғамы урман, ҡырҙарҙа булырға, балыҡ ҡармаҡларға бик ярата, кәрәк саҡта дөрөҫ кәңәштәрен биреп, йәшәүгә илһамландырып тора. Тыуған йортобоҙға атайҙың наҙлы ҡарашын, йылы һүҙен, әсәйебеҙҙең тәмле аштарын, күпереп бешкән икмәген һағынып ҡайтабыҙ.
Оло йөрәкле, изге күңелле кешебеҙҙе күркәм ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ, киләсәге тыныс, парлы булһын.Беҙҙе оҙаҡ йылдар ҡыуандырып, шатлыҡ – ҡыуаныстар күреп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ.
Атай, һиңә мең – мең рәхмәт,
Һәр ваҡытта булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә.
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын оҙаҡ йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Ҡотлау менән ҡатының Шафиға, ҡыҙың Рәзилә, улың Радик, ейәнсәрҙәрең Регина, Карина, Гөлнара, Илария.

 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас