Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
2 Февраля 2022, 08:48

Тормош йәмле тик һин булғанға!

Рәмилә Сабированы ҡотлайбыҙ! 

Тормош йәмле тик һин булғанға!Тормош йәмле тик һин булғанға!
Тормош йәмле тик һин булғанға!

Илкәнәй ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәйнәм Рәмилә Яҡуп ҡыҙы Сабированы тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Гөлфиә, Дилә, кейәүең Артур, ейән-ейәнсәрҙәрең Султан, Алһын, Эрик, Сафина.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас