

Күмертау ҡалаһы
Һөйөклө әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, апайыбыҙ Фәүзиә Ғәйнулла ҡыҙы ИСМӘҒИЛОВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә йөрәктәребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, йән һәм күңел тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстар, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һәр атҡан таңға ҡыуанып, балаларыңдың, ейәнеңдең уңышына, бәхетенә һөйөнөп, уларҙың һәм туғандарыңдың изгелектәрен, игелектәрен күреп, яратыуҙарын, хөрмәт-ҡәҙерләүҙәрен тойоп, беҙгә терәк булып, шатлыҡ- ҡыуаныстар менән генә бәхетле оҙон-оҙаҡ ғүмер кисерергә яҙһын. Барлыҡ ҡылған изгелектәрең, ярҙамың һәр ваҡыт асыҡ йөҙөң, тәмле аштарың менән ҡаршы алғаның өсөн мең-мең рәхмәт һиңә!
Донъялағы һәр бер яҡшылыҡтан
Өлөш сыҡһын һиңә мул ғына.
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына.
Байрамыңдың матур хәтирәһе
Күңелеңдә ҡалһын уйылып.
Тәбрикләйбеҙ ысын күңелдән
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Һөйөнөстә генә таң атһын.
Тыныс булһын һәр саҡ күңелең,
Оҙон булһын һинең ғүмерең.
Иң изге теләктәр менән улың Илгиз, Илдус, ейәнең Эльдар, Вәлитовтар һәм Моратовтар ғаиләһе.