Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
3 Февраля 2022, 06:12

Һинән ғәзиз кеше юҡ

Рауил ҠАҘАҠБАЕВты ҡотлайбыҙ! 

Һинән ғәзиз кеше юҡҺинән ғәзиз кеше юҡ
Һинән ғәзиз кеше юҡ

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле атайыбыҙ, улыбыҙ, мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ ҠАҘАҠБАЕВ Рауил Тимерйән улын тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Хәстәрлекле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабан да яҡындарың менән мул тормошта, туғандар ихтирамында, балаларың изгелегендә иҫән-имен, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән,
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән атай-әсәйең, улың менән ике ҡыҙың, ғүмер иптәшең һәм дә туғандарың!

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас