Якуп ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, яратҡан әсайебеҙ Гөлсирә Биктимер ҡыҙы БАЯЗИТОВАны ғүмеренең матур байрамы - тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле, балаларым, яҡындарым, тип өҙөлөп торған яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта донъябыҙҙы нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-яҡты яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, беҙҙе ҡыуандырып, йәшәргә яҙһын hиңә, ҡәҙерлебеҙ.
Беҙҙең өсөн йөрәк йылың бүлеп,
Күҙ нурҡайҙарыңды түккәнһең.
Күтәрмәҫтәй йөктәр күтәргәнһең,
Оҙон тормош юлын үткәнһең.
Һәммәбеҙҙең изгелеген күреп,
Шатлыҡ ҡына кисер һин, әсәй!
Бәхет менән, сәләмәтлек менән,
Беҙҙе ҡыуандырып йөҙ йәшә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Хәмит, ҡоҙаң Миңнулла, улың Марсель, киленең Илүзә, ейәнең Денис.