Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
5 Февраль 2022, 05:12

Бурандарҙа аҙашма

Яңы ғына балалар табыу йортонан, көслө буран мәлендә, ауылға нисек алып ҡайтайыҡ тип ары һуғылып, бире бәрелеп йөрөй инек тә баһа.

Бурандарҙа аҙашмаБурандарҙа аҙашма
Бурандарҙа аҙашма

Юлы әллә бар, әллә юҡ, ә машинаһын ҡайҙан табырға? Һин ул мәлдә бер ни белмәй, аңламай ятаһың, донъя мәшәҡәттәре ят, Әсә күкрәге булһа - булды.
Кеше балаһын тиҙ үҫә тиҙәр, үҙеңдеке лә һәғәт тә буй етә лә ҡуя икән, М. Кәрим "Сабыйымдың сабый сағын һағынам" тип яҙғайны, ысын һағындыра икән. Икенсе яҡтан, ниндәй һылыу ҡыҙ үҫеп еткәненә ҡарап туя алмайһың - беҙҙеке бит ул.
Яратҡан берҙән-бер ҡыҙыбыҙ - Линара. Бөгөн ғүмереңдәге тәүге юбилейың - 20 йәш. Бәләкәй генә тормошобоҙға ҙур ҡыуаныс булғаның өсөн кемгә рәхмәт әйтергә: әллә һиңә, әллә үҙебеҙгә, әллә Хоҙайға.
Алда тағы ла күп юбилейҙарыңды үткәреп, беҙҙе ейән-ейәнсәрҙәр менән ҡыуандырып (беҙ һинең сабый сағыңды үтә ныҡ һағынмаһын өсөн), йәшәргә яҙһын. Ғүмер юлың таҡыр булһын, бурандарҙа аҙашырлыҡ булмаһын.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас