

Ҡәҙерлебеҙгә барыр юлдары яҡты, эштәренең бәрәкәтле, һөйөнөслө көндәренең бөтмәҫ-төкәнмәҫ, рухының ныҡ, бар ерҙә лә уңыштар юлдаш булыуын, теләк-хыялдары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Һәр саҡ бәхетле йылмайып, яҡындарыңды ҡыуандырып, һау-сәләмәт булып, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, шатлыҡ-ҡыуаныстарға кинәнеп йәшә лә йәшә. Гел шулай һөйкөмлө, мөләйем, тырыш, өлгөр гүзәл зат булып ҡал.
Алтмыш тиҙәр, алтмыш бөгөн һиңә,
Алтмыш биреп булмай һис кенә.
Алтмышларҙа балҡып торған сағың
Йәш ҡыҙҙарҙай күңелең елкенә.
Һин бараһы юлдар йыраҡ әле,
Ҡартайырга әле, ай иртә.
Алтмыш тейеп шаяртығыҙ әйҙә,
Йөрәк әйтһен, мин бит ҡырҡ биштә.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Зөһрә, Шәүрә, игеҙәк апайҙарың Әлифә менән Зәлифә һәм игеҙәк һыңарың Зилә.