Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
6 Февраль 2022, 05:41

Кешелекле, игелекле

Хөрмәтле Ләлә Ғәлиәкбәр ҡыҙы! 

Кешелекле, игелеклеКешелекле, игелекле
Кешелекле, игелекле

Һеҙҙе ысын күңелдән юбилейығыҙ менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, эштәрегеҙҙә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ. Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңелле булығыҙ. Уҡыусылырағыҙға ла, ата-әсәләргә лә һеҙ кешелекле, игелекле, иғтибарлы, абруйлы кәңәшсе. Һәр ваҡыт асыҡ йөҙ менән ҡаршы алып торғанығыҙ, ярҙамдарығыҙ өсөн оло рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Көслө рухлы, талапсан булыуығыҙ өсөн хөрмәт итәбеҙ.
Артабан да бәхеткә-шатлыҡҡа, хөрмәткә төрөнөп йәшәүегеҙҙе, hәр ваҡыт әлегеләй алсаҡ, ярзамсыл булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ!
Аллаһы Тәғәлә һеҙҙе күңел тыныслығынан, бәхеттән, рух ныҡлығынан, сәләмәтлектән һәм күңел йылыһынан айырмаһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Насип булһын һеҙгә ғүмергә.
Иң изге теләктәр менән РПЛИ-ның 10 “Б” класы уҡыусылары һәм ата-әсәләре.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас