

Һөйөклөбөҙ! Беҙҙең өсөн һәр саҡ оло йәнле, мәрхәмәтле һәм кешелекле, ярҙамсыл ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин! Сабырлығың, беҙ тип янып-көйөүҙәрең, йоҡоһоҙ төндәрең өсөн һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Аҡыллы кәңәштәрең, изге һүҙҙәрең, күңел йылың беҙгә йәшәү дәрте өҫтәй. Артабан да яҡындарыңа терәк булып, өйөбөҙҙөң, бәхетебеҙҙең ҡотон, именлеген һаҡлап, сәләмәтлектә, шатлыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Күптәргә өлгө булырҙай өләсәй ҙә, дәртле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер кеше лә һин. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, һинән үрнәк алабыҙ.
Ҡотло булһын юбилейың, әсәй,
Яҡты янһын һәр саҡ күҙҙәрең.
Ҡайғы-хәсрәт һине урап үтһен,
Моңланмаһын һис тә йөҙҙәрең.
Бәхет-шатлыҡ һиңә юлдаш булһын,
Ҡыуаныслы үтһен көндәрең.
Яндарыңда һәр саҡ гөрләп торһон
Балаларың - тормош гөлдәрең.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙҙарың Динә, Ләйсән, кейәүҙәрең Артур, Владимир, ейән-ейәнсәрҙәрең Анастасия һәм Артем.