Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
7 Февраль 2022, 11:39

Бәхеттең иң ҙурын юллайбыҙ!

 Рәфҡәт СӘҒИТОВты ҡотлайбыҙ! 

Бәхеттең иң ҙурын юллайбыҙ!Бәхеттең иң ҙурын юллайбыҙ!
Бәхеттең иң ҙурын юллайбыҙ!

Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған яҡын кешебеҙ, тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәфҡәт Рафаэль улы СӘҒИТОВты матур ғүмер байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Яҡыныбыҙға ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, һаулыҡтың иң ныҡлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ! Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон! Кешелекле, изге күңелле, тырыш, уңған ҡәҙерлебеҙ һин. Артабан да әлегеләй йомарт, алсаҡ йөҙлө, изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай, беҙҙең менән бергә оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Киләсәктә лә һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың изгелектәрен генә күреп йәшәргә яҙһын.
Юбилейың менән ҡайнар ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ ихлас күңелдән
Ныҡлы һаулыҡ һәм дә оҙон ғүмер,
Бәхет шатлыҡтарға төрөнгән.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Луиза, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас