Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
7 Февраль 2022, 11:41

Иң матур мәлең генә

Рәфҡәт Рафаэль улы СӘҒИТОВты күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Иң матур мәлең генәИң матур мәлең генә
Иң матур мәлең генә
Ялсыҡай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған туғаныбыҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ Рәфҡәт Рафаэль улы СӘҒИТОВты ғүмеренең матур байрамы - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Киләсәк тормошта һәр атҡан таңға ҡыуанып, яҡындарыңдың ҡәҙер хөрмәтенә төрөнөп, беҙгә терәк-таяныс булып, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә Хоҙай насип итһен. Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ оло йәнле, бик ярҙамсыл һәм кешелекле, үрнәкле ғүмер юлы үткән көслө рухлы, аҡыллы кеше. Ҡәҙерлебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ҡотлап, уға һаулыҡ, көс-дәрт, донъя именлеге, алдағы тормошонда тик уңыштар, шатлыҡ-ҡыуаныстар насип булыуын теләйбеҙ. Ғүмерең - бәхетле, бәхетең ғүмерле булһын, беҙҙең яҡыныбыҙ!
60 йәш – ир уҙаман өсөн,
Иң матур мәл, йәшнәр саҡтарың.
Ҡеүәтләнеп алға ынтылған хәл,
Тура юлдан барған аттарың.
60 йәш – ир уҙаман өсөн,
Имәндәрҙәй ныҡлы мәлдәре.
Шәп олатай булып ейәндәргә,
Татыу яҙһын йәшәү мәлдәрең.
Иң изге теләктәр менән Нажия апайың, Хәсән еҙнәң, Рәсимә апайың, Рәйес абзыйың, Тәскирә һылыуың, Радик кейәүең һәм уларҙың балалары.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас