Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
8 Февраль 2022, 04:02

Ғүмереңдең балҡып торған мәле

Евгений ГУРЬЯНОВты ҡотлайбыҙ! 

Ғүмереңдең балҡып торған мәлеҒүмереңдең балҡып торған мәле
Ғүмереңдең балҡып торған мәле

Зәк-Ишмәт ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ һәм дә бабайыбыҙ Евгений Алексеевич ГУРЬЯНОВты - 45 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яҡыныбыҙ, һине ғүмер байрамың менән тәбрикләп, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, нурлы көндәр, күңел көрлөгө, рух ныҡлығы теләйбеҙ. Килер көндәрең тыныс, күңел күгең аяҙ булһын. Яҡындарыңа терәк-таяныс булып, иҫәнлектә, һаулыҡта, тормош матурлығынан йәм табып, ҡыуанып, ҡыуаныс өләшеп йәшә. Артабан да киң күңелле, асыҡ йөҙлө, оло йөрәкле, ярҙамсыл булып ҡал.
Ғүмереңдең балҡып торған мәле,
Типһәң – тимер өҙөр көс һиндә.
Һиндәгеләй изге, киң күңел
Эләкмәйҙер әле һәр кемгә.
Сәләмәтлек, бәхет, уңыш менән
Үтеп торһон килгән йылдарың.
Йәш булып ҡал, һиҙмәй йәшә әйҙә
Юртып ҡына ғүмер уҙғанын.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ туғандарың, яҡындарың исеменән ҡәйнәң Сәриә.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас