Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
9 Февраля 2022, 05:13

Бажам

Бик шәп бажам бар. Көйөргәҙе районында. 

БажамБажам
Бажам

Абдул исемле төҙөк кенә күркәм ауылда торалар улар. Һис тә ҡотһоҙ ялан яғы тимәҫһең уларҙың төбәген: игенле яландары, ҡылғанлы тау-түбәләстәре, сәскәле болондары, түңәрәк күлдәре, ҡоштары сут-сут һайрап торған урынлы ғына урманлыҡтары бар. Ауыл янынан ялтырап, таҙа ғына Көйөргәҙе йылғаһы ағып ята. Күңелде иркәләп иретерҙәй икһеҙ-сикһеҙ иркенлек, яҡтылыҡ, таҙалыҡ бында. Рәхәтләнеп, күкрәк тултырып ялан һауаһын һулап, күлендә ҡойоноп, урманлығында эре-эре шартыйҙан ауыҙ итеп, тауҙарына сығып, йәнгә һәм тәнгә ял алып, рухланып ҡайтаһың уларға барһаң. Ғәзимә ҡайынбикәм уҡытыусы, быйыл утыҙ алтынсы уҡыу йылын үткәрә, мәктәбендә лә, ауылда ла абруйлы. Алик бажам да йәнтөйәгендә билдәле кеше. Уларҙа колхоз һаҡланып ҡалған(!) һәм уңышлы эшләй. Бажам оҙаҡ йылдар колхозда сварщик булды. Эшенең нескәлектәрен яҡшы үҙләштергән белгес булараҡ, колхоздың кәрәкле кешеһе ине ул, яҙын-көҙөн баҫыуҙан ҡайтманы, техникаларҙың именлеге өсөн яуаплы булды. Өс йыл элек алтмышын артылып, пенсияға сыҡһа ла, колхозда уға эш табылып тора, хәҙер ҙә өйҙә ятмай. Йорттарында ла эш күп: ҙур баҡса, кәртәлә мал-тыуар, ҡош-ҡорт. Йөрәк йылыһын биреп, донъяларын балҡытып тота Аҙнабаевтар. Ялдарҙа балалары ҡайтып ярҙам итеп китәләр. Улдары Альмир Эльвира килен менән Кумертауҙа, ҡыҙҙары Альмира Радмир бажа менән Салауат ҡалаһында торалар, балалар үҫтерәләр. Ғәзимә менән Алик ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан өләсәй-олатайҙары. Үҙҙәре лә балалары өсөн өҙөлөп торалар.
Эш, донъя тип мөккибәнлек ҡылып, баҫылып та йәшәмәй бажам, саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы йөрәгендә һунарсы, балыҡсы ҡомары уяна: ҡармаҡсыбығын тотоп Көйөргәҙе буйына төшә, көбәген яурынына элеп тауға артыла: табыш өсөн түгел, тыуған төйәге тәбиғәте аулағында йәненә ял, тыныслыҡ, рухи күтәренкелек алыр өсөн. Был уның күңел талабы, тәбиғәткә зыяны, шөғөлөнә хыянаты юҡ.
Йыл әйләнеп бына тағы бажамдың тыуған көнө етте. Дуҫтары йыйылып, күңелле ултырҙылар өҫтәл түңәрәтеп, тыуған көнө менән ҡотлап матур теләктәр әйттеләр. Хәҙер анһат бит, телефонда күрешеп, рәхәтләнеп һөйләшеп була, беҙ ҙә ҡотланыҡ бажаны, ҡайынбикә менән һаулыҡлы, матур ғүмер итеүҙәрен теләнек.

Мөнир Фәйзуллин. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас