Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Февраль 2022, 04:05

Бәхетле ғүмер кисер

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле улым, туғаным, абзыйыбыҙ Фларис Фоат улы ХӨСӘЙЕНОВты - 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Бәхетле ғүмер кисерБәхетле ғүмер кисер
Бәхетле ғүмер кисер

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, һаулыҡ, тормош ҡыуаныстары тулы оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр, именлек, күңел тыныслығы теләйбеҙ. Тормош юлың артабан да ҡыуаныслы мәлдәргә бай, хеҙмәтең менән матур булһын. Йәшеңә йылдар өҫтәлһә лә, маҡсаттарыңды, хыялдарыңды тормошҡа ашырыр, көс-көҙрәтең һүрелмәһен, һүнмәһен, баҫҡан аҙымдарың ышаныслы булһын. Ғүмер үрҙәреңә шатлыҡ, ҡыуаныстар менән артылырға яҙһын. Киләсәктә лә яҡындарыңа терәк-таяныс булып, уларҙың изгелеген күреп, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Күпме булһа ерҙә изге теләк,
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да,
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын,
Тыуған көндөң һәр бер таңында!
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар,
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуар таңдар алып килһен һиңә,
Сәләмәтлек бары шатлыҡтар.
Изге теләктәр менән әнейең Фәриә, апайың Фидания, туғаның Фәнзил, Аслам, Ислам, Артур, Айнур туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас