Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
10 Февраль 2022, 05:35

Йәмле булһын йылдар ағышың

Күмертау ҡалаһында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙҙы Гөлназ Таһир ҡыҙы ИШМАКОВАны ысын күңелдән юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! 

Йәмле булһын йылдар ағышыңЙәмле булһын йылдар ағышың
Йәмле булһын йылдар ағышың

Һиңә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, балаларыңдың изгелеген күреп тормош иптәшең менән бергә оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Ҡотлау менән әтейең, әнейең һәм яҡын туғандарың.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас